+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июль 2020, 12:00

Бер сумып, бер ҡалҡы(ны)п...

Анаууу, аҫта урынлашҡан RBCMI тигән һылтауға төртһәгеҙ...

Йәй, йәйме ни ул, дуҫтар, ҡыҙыу ҡояш апай нурҙарында иркәләнмәгәс! Рәхәтләнеп тәстерҙәтеп, йәиһә, салҡан төшөп йылғала һыу инмәгәс. Бер сумып, бер ҡалҡы(ны)п тулҡындар араһында “әбәк-көбәк-һәпәләк” уйыны уйнамағас, ихх! Һағынып ҡына иҫкә алырлыҡ тип, һамаҡларға ғына ҡала шууул. Әллә төшөнкөлөккә бирелмәй һауа торошон билдәләүсе оҫталарға ышанырғамы? Бына улар – синоптиктарҙы әйтәм, алдағы көндәрҙең эҫе тороуы тураһында белдерә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡояшта ҡыҙынып, һыуҙа супырҙарға өлгөрәбеҙме? Әгәр ҙә шундай йылы, хатта эҫе көндәр эләкһә, беҙгә лә сәләм еткерегеҙ. “Аҡбуҙат” һеҙҙән хәбәрҙәр көтә.
Әйй, онотоп торам тағы, хатығыҙ менән бергә матур итеп төшкән фоторәсемдәрегеҙҙе лә һалып ебәрегеҙ. Беҙ һәр саҡ бәйләнештә. Анау, аҫта урынлашҡан RBCMI тигән һылтауға төртһәгеҙ, ҡул биреп күрешкәндәй булырбыҙ...
Ә шулай ҙа бәләкәстәр, йылға-күлдәргә һыу инергә өлкәндәр менән генә барығыҙ. Ярҙан алыҫ китеп йөҙмәгеҙ!
Читайте нас: