+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июль 2020, 13:45

Әсәй, әйҙә мәтрүшкә йыйырға!

Йәй апайыбыҙ бигерәк йомарт инде! Урман-ҡырҙарҙа, баҡсаларҙа тәмле емеш-еләктәр һутланышып ултыра! Етмәһә, Башҡортостаныбыҙҙа бик күп төрлө дарыу үләндәре үҫә!..

Мәтрүшкә күп йыллыҡ үлән үҫемлек, бейеклеге 30-80 см. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Был үлән Башҡортостанда киң таралған.
Элек-электән уны дарыу үләне булараҡ файҙаланғандар. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа, йүтәлләгәндә, сәй итеп эсеү бигерәк тә шифалы.
Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн 20-30 сантиметр оҙонлоҡта ҡырҡып алып, өй ҡыйығында йәки яҡшы еләтелгән бинала киптерәләр. Бәйләме менән һаҡлағанда — бер йыл, ваҡлап, ныҡ ябылған үтә күренмәҫ һауытта тотһаң, өс йылға тиклем яраҡлы була.
Мәтрүшкәнең файҙаһы ифрат ҙур. Уны ҡан баҫымы юғары булғанда, атеросклероздан, һалҡын тейгәндә һәм башҡа осраҡтарҙа ҡулланалар. Хуш еҫле үҫемлекте баш ауыртҡанда эсәләр һәм йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда ла файҙаланалар, төнәтмәһе менән баш йыуалар. Теш һыҙлағанда ла мәтрүшкәне сәйнәйҙәр.
Читайте нас: