Умарталыҡ гөжләй... Айырылып сыҡҡан бал ҡорттары алмағасҡа һырыған. Ғабдрахман, ҡурҡып ҡына, күсте һоҫоп торған атаһы янына килде.
— Улым, әйҙә, төтәтеп тор, осоп китмәһендәр! — тине атаһы. — Сәбәләнмәһәң, бал ҡорто бушҡа ғына саҡмай ул!
Ысынлап та, тыныс ҡына торһаң, бал ҡорттары теймәй икән дә!.. Малайҙың кейемендә, безелдәшеп, рәхәтләнеп йөрөп яталар...
Ғабдрахман атаһына һораған әйберҙәрен алып биреп торҙо. Бергәләп эшләгәс, эш ҡарышмай шул... Улар икәүләшеп бал ҡорттарын тубалға йыйып алдылар.
— Иртәгә яңы умартаға ябырбыҙ. Шифалы бал йыйырҙар, — тине атаһы бәләкәй умартасы үҫеп килеүенә бик ҡәнәғәт булып.