Уйын барышында ҡатнашыусылар үҙҙәренә тәғәйен маршрут буйынса төрлө мәсьәләләрҙе систе, ребустарҙы, башватҡыстарға яуап бирҙе. Әйткәндәй, һорауҙар тап ошо йәш категорияһына ярашлы итеп төҙөлгәйне. Туған яҡтың тарихын, мәҙәниәтен, шәхестәрен яҡшы белгәндәр өсөн был һорауҙарҙың бер ауырлығы ла булмағандыр, моғайын.
Ярыштың тағы ла бер шарты – балалар вирустан һаҡланыу сараларын да күрергә тейеш. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай итеп, уйында 5-7 кластарҙа уҡыған – 2100-ҙән ашыу бала , 9-10 кластарҙы тамамлаған 100-ҙән уҡыусы волонтер булараҡ ҡатнашты.