+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июль 2020, 20:10

Һаҡланайыҡ замана киҙеүенән!

“Тажлы киҙеү” хаҡында һуңғы мәғлүмәттәр билдәле, хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр! Ошоға бәйле ултырышты Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова алып барҙы. Бөгөн республикала 5686 кеше был сир менән ауырый, шуларҙың 48-е ошо тәүлектә генә теркәлгән. Әлеге мәлдә дауаханаларҙа 416 кеше дауаланыу курсы үтә, 29-ы – ҡаты ауырыу, 7 кеше хатта үпкәләрҙе елләтеү аппаратына тоташтырылған.Амбулатор дауалауҙы 1802 кеше ала, улар еңелсә генә ауырый. Уҙған тәүлектә 59 кеше шәбәйеп сыҡҡан, үлем осраҡтары теркәлмәгән. Әммә сир тарала башлағандан алып, төбәктә 19 ауырыуҙың яҡты донъя менән хушлашыуы билдәле. Киҙеү башланыу менән республикала 3363 кеше дауаланыу курсы үткән.

Шулай уҡ уҙған тәүлектә 156 кеше пневмония менән госпитализацияланған. Барыһы ла “тажлы киҙеү”гә анализ биргән. Тәүлек эсендә пневмония менән дауаланып, өйөнә ҡайтҡандар һаны – 79.
Бөгөнгә 434186 тикшереү эшләнгән, 415570 кеше анализ биргән. Уҙған тәүлектә республикала 5221 тикшереү яһалһа, 5092 кешенән анализ алынған.
Әлеге мәлдә ауырыуҙар менән бәйләнештә булған кешеләрҙең күҙәтеү аҫтында булыуы мөһим. Мөмкин тиклем аралашыуҙы сикләү, күмәк халыҡ йыйылырҙай урындарға йөрөмәү кәңәш ителә. Ошондай яңылыҡтары менән уртаҡлаша һәм хәл-торошто иҫкәртә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: med-heal.ru
Читайте нас: