+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июль 2020, 16:45

Туған телде белеп үҫегеҙ!

Республикабыҙҙың танылған табибы Руслан Мансур улы Ғүмәров алты бала атаһы. “Башҡорт телен белеп үҫегеҙ, сөнки төрки телдәренең күбеһе беҙҙең туған телебеҙгә яҡын. Туған телде белеү кешегә бер ваҡытта ла ҡамасауламай”, — тип өйрәтә ул үҙенең ҡыҙҙарына һәм улдарына.

Рухлы, тырыш, эшһөйәр һәм күп балалы ғаиләләрҙең йылдан-йыл артыуы һоҡландыра. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ғүмәровтар ғаиләһе лә тап ошондай сифаттарға эйә.
Гүзәл һәм Руслан Ғүмәровтар өс ҡыҙ һәм ике ул үҫтерә. Улар балаларына мәғәнәле, үҙ ерлегебеҙгә хас матур исемдәр ҡушҡан. Иң оло ҡыҙҙары Ғәлиә 136-сы башҡорт лицейында 5 класта, ә Гөлфиә 3 класта белем ала. Ҡыҙҙар икеһе лә бәләкәйҙән еңел атлетика, шахмат менән шөғөлләнә. Төрлө конкурстарҙа еңеү яулап, уңышҡа өлгәшкән, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән улар. Фортепианола уйнайҙар, китап уҡырға яраталар, ғәрәп телен үҙләштерәләр. Табип булырға ла хыяллана икән ҡыҙҙар! Сөнки кешеләрҙең һаулығы һағында тороусы атайҙары уларға ҙур өлгө булып тора.
Рамаҙан быйыл уҡырға барырға йыйына. Ул тхэквондо, робототехника түңәрәгенә бик теләп йөрөй. Гөлбикә балалар баҡсаһында һүрәт төшөрөргә, бейергә, өйҙә ҡустыһы Рәшит менән уйнарға ярата.
Әсәйҙәре Гүзәл Таһир ҡыҙы һөнәре буйынса экономист, аспирантурала уҡый. Балаларына ихлас, һөйкөмлө һәм тәмле аштары менән һөйөндөрөүсе әсәй кескәйҙәренең һәләттәрен һәр яҡлап асырға, уларҙы һәр яҡлап үҫтерергә тырыша. Республикабыҙҙың бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле М. Скоробогатова һәм Өфө ҡалаһының Октябрьский районы хакимиәте башлығы С. Плотников ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары алып та ҡыуана Ғүмәровтар.
Ғаилә башлығы Руслан Мансур улы Өфө дауаханаларының береһендә эшләй. Бөгөнгө көндә коронавирус сире менән иң ҡыҙыу нөктәләрҙә алышыусы табип ул Руслан Мансур улы.
Яңыраҡ Башҡортостандан 17 табиптан торған бригада Ҡарасәй-Черкес Республикаһы табиптарына коронавирусты дауалауҙа ярҙам күрһәтеү өсөн ебәрелгәйне. Беҙҙең табиптар коллегаларына өс аҙна буйына ярҙам итте.
Ҡарасәй-Черкес Республикаһы башлығы Рәшит Темрезов Руслан Ғүмәровҡа һәм уның өс хеҙмәттәшенә «Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы» исемен бирҙе. Алтын ҡуллы, үҙ эшенә тоғро табип атай менән Башҡортостан халҡы ла ғорурлана!
Йәш ғаилә балаларын үҙҙәренең таяныс-терәктәре булған атай-әсәйҙәре: Флүзә һәм Мансур Ғүмәровтар, Гөлфирә һәм Таһир Дилмөхәмәтовтар кәңәшенә таянып тәрбиәләй, туған телебеҙгә һөйөү, ихтирам уята. Балалар олоно — оло, кесене —кесе итергә өйрәнә, ғаилә ҡиммәттәрен һәм туғанлыҡ төшөнсәләрен белеп, күреп үҫә.
Читайте нас: