-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июль 2020, 15:10

ҠОТҠАРЫҒЫҘ, ТЫЗАЙЙЙ!

...ике күҙе генә ялтырап күренә...

Ҡотҡарығыҙ, тызаййй!
Көн арыу ғына эҫе торһа ла ун йәшлек Зәлиә инәһенә бәрәңге уташырға булды. Ул атаһы яһап биргән бәләкәй генә матигын алып ындырға сыҡты. Сүп баҫып өлгөргән юлдарҙы күреп тирә яҡты байҡаны. Аптырап оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла тырышып-тырышып үләндәрҙе сапҡыларға кереште. Йолҡолғанын йолҡто, өҙөлгәнен өҙҙө. Бер сүгәләне, бер эйелде, бер тура тороп баҫты. Арып китһә ололарға оҡшатып билен тотоп ыуған булды. Төшкө ашты хәстәрләргә кереп киткән инәһе килгәнсе, күберәк утап, уны шатландырғыһы килде. Шулай мауығып китеп эшләп йөрөгән Зәлиә янында нимәлер "без"ләп оса башланы. Ҡыҙыҡай тегенән ҡотолорға теләп тегеләй ҙә былай ҡулдарын болғаны.
- Күгәүендер?! Һуғып ҡына төшөрөр инем, күренмәй, ҡасып өлгөрә! Ҡайҙа "без"ләй һуң ул? - тип алан-йолан ҡаранды ҡыҙсыҡ. Саҡырылмаған "ҡунаҡ" оҙаҡ көттөрмәне. "Без-без" килде лә ҡыҙҙың сәс араһына инеп буталды. Ҡурҡышынан Зәлиә матигын ырғытты ла сәүсәләнеп ындыр буйлап сапты.
- Инәй, тызаййй! Ҡотҡарығыҙ, тызаййй! - тип ҡысҡырҙы ҡыҙ нишләргә лә белмәй. Үҙе һаман ҡулдарын бутай-бутай сабыуын дауам итте.
Инәһе килеп еткәнсе тызай ҡыҙҙың башына ҡаҙауын ултыртып та өлгөргәйне.
- Ни булды, ҡыҙым, ниңә ҡысҡыраһың? - тине хафаланып йөгөрөп килгән инәһенә, Зәлиә: "Тызаййй, тызаййй! Саҡты!" - тип иланы.
Сафия апай ҡыҙының сәс араһынан тызай ҡаҙауын эҙләп алды ла, балаһының ҡапыл шешенеп киткәнен күреп, уны тиҙерәк фельдшерға алып китте.
- Һалҡын һыу менән ҡойондор ҡыҙыңды, иң яҡшыһы ана йылғаға алып төш, шеше тиҙерәк ҡайтыр, - тине аҡ халатлы туташ.
Инәй кеше фельдшерҙы тыңлап тап шулай эшләне. Йылғаға алып төшөп Зәлиәне баштан аяҡ бер-нисә тапҡыр һыуға сумдырҙы ла шунда ултыртып ҡуйҙы. Зәлиәнең тулҡында сайҡалған сәстәре араһынан, ҡап-ҡара, мөлдөрәмә йәшкә тулған ике күҙе генә ялтырап күренә...

Дуҫтар, ә хәҙер Дим буйы башҡорттары һөйләшендә (диалект) ҡулланылған һүҙҙәр менән танышайыҡ:
инәй - әсәй;
тызай - бал ҡорто;
ындыр - бәрәңге баҡсаһы;
бәрәңге - картуф;
матик - тәпке;
сәүсәләк - биҙаланыу (сыпраңлаҡ).
Читайте нас: