Эйе шул, өр-яңы дуҫ таптыҡ! Нурлан Шәрипов атлы ихлас малай менән дуҫлаштыҡ! Ул Өфө ҡалаһына өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килгән икән. Үҙе Белорет районы Ассы ауылында йәшәй. Китап-журналдар ҡарарға, һүрәт төшөрөргә ярата. Нурланға Өфө бик оҡшай, сөнки унда матур урындар күп. Яңы ғына асылған "Бейеүсе торналар" фонтаны ла кескәй ҡунағыбыҙҙың күңеленә хуш килгән.
"Аҡбуҙат" журналын да алдырасаҡмын, тине Нурлан. Яҡындарыңды ҡыуандырып, һау-сәләмәт үҫеүеңде теләйбеҙ!