Мәҫәлән, киләсәктә хужалар үҙҙәре уңайлы ваҡытта тейешле сумманы файҙалана алыуы хаҡында әйтелә. Кемдер, бәлки, фатирын ҙурайтырға теләй. Икенселәр, аҡса өҫтәп, яңыны алырға ниәтләүе ихтимал. Ҡарар әлеге ваҡытта ғаиләләр мәнфәғәтен хәстәрләп, үҙгәртелә. Күп балалылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу халыҡ һаны артыуға ла йоғонто яһауы ихтималлығын билдәләй белгестәр.