+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июль 2020, 19:35

ӨФӨ – "ХЕҘМӘТ БАТЫРЛЫҒЫ ҠАЛАҺЫ"

Ошо исемде хуплап, башта 1,2 миллиондан ашыу республикала йәшәүсе тауыш биргән.

Ҡәҙерле балалар, атай-әсәйҙәр! Быйыл Рәсәйҙә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы киң билдәләнә. Ошо уңайҙан илдең 20 ҡалаһына “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исеме бирелде. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошт хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Һуғыш ваҡытында Өфөгә 36 предприятие күсерелгән, йәнә лә 104 мең кеше йәшәргә килгән. Ҡарт олатайҙарығыҙ яуҙа саҡта Өфөлә 51 мең авиация моторы яһалған, ә һәр өсөнсө танк Өфөнөң бензины менән эшләгән. Был бит үҙе ҙур ҡаҙаныш!
Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙҙә 29 хәрби госпиталь эшләгән һәм уларҙа 150 мең ауырыуға һәм яралыға ярҙам күрһәтелгән. Өфөлә 23 хәрби берләшмә төҙөлгән, улар араһында данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла бар!” – тип яҙҙы үҙенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.
Беҙ ҡаһарман олатайҙарыбыҙҙың лайыҡлы вариҫтары булайыҡ!!!
Фото ufa.livejournal.com сайтынан
#Бөйөк Еңеүгә 75 йыл
#Аҡбуҙат
Читайте нас: