-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2020, 15:35

Нуралияның изге хыялдары

Нуралия Вәлидоваға 7 йәш. Ул Күгәрсен районы Зәйнәб Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый.

Апаһы Камелия менән улар Балалар ижады үҙәгендәге әүәләү, һүрәт төшөрөү, мәрйен түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Ҡыҙҙар йырларға, бейергә, ҡул эштәре эшләргә ярата.
Дистанцион уҡыуҙан һуң Күгәрсен районында ойошторолған “Быуындар киләсәге” онлайн-лагерының иң әүҙем ял итеүселәре булды Нуралия менән Камелия. Төрлө конкурстарҙа, флешмобтарҙа ҡатнашып, улар бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Йәйге ҡояшлы мәлдә лә Нуралия апаһы, әсәһе менән урманға йөрөп, емеш-еләктәр йыйҙы. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмалар әҙерләште, дарыу үләндәре лә йыйҙы.
“Аҡбуҙат” журналының бәйгеләрендә лә ҡатнаша ҡыҙ. Апаһы Камелия һымаҡ, төрлө темаға һүрәттәр төшөрөп ебәрҙе. Афарин, Нуралия!
Читайте нас: