+19 °С
Ясна
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июль 2020, 17:15
Кескәйҙәргә уҡыйыҡ!
Мин әсәйгә ҙур ярҙамсы —Йыуам һауыт-һабаны...
Ялтыратып теҙеп ҡуям
Кәстрүлдәрҙе, табаны.
Тик быяла һауыттарҙы
Тотам бик ипләп кенә.
Әсәйемдең: “Ватып ҡуйма!” –
Тигәнен иҫләп кенә.
Шау сәскәле сынаяҡтар,
Йә сөм генә кәсәләр
Ҡулдан тайып төшөп китһә!..
Селпәрәмә киләләр.
Иҙәндәге ярсыҡтарҙы
Мин йыя һалып алам.
Өләсәйемдең әйткәне:
“Бәхеткә булһын, балам!”
Миңлегөл Тайсина шиғыры.
Читайте нас: