+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Июль 2020, 11:55

Бәләкәй Искәндәр ҙә һайлауҙа ҡатнашты!

1051-се Беренсе Төркмән һайлау участкаһында бөгөн ғаилә менән тауыш биреүселәр күп булды. Мәҫәлән, Гөлназ һәм Юлдаш Хажиндар бәләкәй улдары Искәндәр менән килгәйне. “Конституцияға төҙәтмәләр индереү – заман талабы, ул бигерәк тә балаларыбыҙ өсөн файҙалы булыр тигән өмөттәбеҙ. Бындай сараларҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ”, – тине Гөлназ Айрат ҡыҙы.

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә баймаҡтар дәррәү ҡатнашты. Бигерәк тә Билал, Беренсе Этҡол, Ишбирҙе, Ишмөхәмәт, Ярат, Татлыбай ауыл биләмәләрендә, ҡаланың 4-се лицейында урынлашҡан 997-се һайлау участкаһында тауыш биреү әүҙем барҙы. Район буйынса барлығы 80 һайлау участкаһында 561 комиссия ағзаһы эшләне. Һәр урында санитар-эпидемиологик талаптар һаҡланды, килгәндәргә бирсәткәләр, битлек һәм ручка тапшырылды, уларҙың тән температураһы үлсәнде, тейешле дистанция күҙәтелде.
Баймаҡ районы буйынса бөтәһе 42 мең кеше гражданлыҡ бурысын үтәргә тейеш ине, шуларҙың 13 меңе ҡала буйынса үҙ тауышын бирә, ә 681 ҡыҙ һәм егет бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнаша. Ундай йәштәрҙең барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ете мең граждан өйҙә тауыш бирергә теләк белдергән. Шулай уҡ күсмә һайлау участкаһы эшләне, улар оло йәштәгеләр, дауаханала ятҡандар өсөн тәғәйенләнгәйне. Биш һайлау участкаһында КБОУ-тар урынлаштырылды.
Уларҙың һүҙҙәрен ауылдаштары Зәлиә менән Илдар Бүләкәновтар ҙа ҡеүәтләй. Күп бала тәрбиәләгән йәш ғаилә мөһим кампаниянан ситтә ҡалмаған.
Иҫәнбәт ауылындағы 1050-се һайлау участкаһы комиссияһы секретары Вәлимә Фәйзуллина белдереүенсә, ауыл халҡының 72 проценты алдан тауыш биреүҙә ҡатнашҡан.
Ғөмүмән, Баймаҡ районында тауыш биреү, һәр ваҡыттағыса, байрам төҫөн алды.
Фотолар Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: