“Был урынды өфөлөләр осрашыу урыны итеп билдәләгән, ғаиләһе менән фотоға төшкән, балалары менән йөрөгәндәр. Бөгөн популяр фонтан заманса йөҙ алды – ул хәҙер Өфөләге тәүге яҫы фонтан. Ул йәнә лә өфөлөләрҙе тартып торған мәҙәни урынға әйләнәсәгенә ышанам. Унда беҙ балалар өсөн ҙур майҙансыҡ эшләнек, урам тренажерҙары, велопарковка ҡуйҙыҡ, Wi-Fi үткәрҙек, өҫтәмә ағастар ултырттыҡ. “Торналар янында осрашырбыҙ” фразаһы Башҡортостан баш ҡалаһы халҡының телмәренә яңынан әйләнеп ҡайтырына шигем юҡ”, – тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.