+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Июнь 2020, 10:35

Балаларҙың була төрлөһө – тик дәүләткә ҡәҙерле һәр береһе!

Һәр кем был донъяға үҙ яҙмышы менән килә. Төрлө һәләтле, төрлө холоҡло булған кеүек, бәләкәстәрҙең һаулығы ла төрлө була. Әммә Республика өсөн һәр бала ҡәҙерле, һәр береһе кәрәк, бары тик ваҡытында уларға иғтибар биреү мөһим. Был һүҙҙәрҙе раҫлап, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн төбәгебеҙҙә бер нисә учреждение төҙөләсәк.

“Республикала мин үҙенсәлеклеләр, тип атаған балалар бик күп. Уларға ярҙам – өҫтөнлөклө йүнәлешем. Сөнки башҡаса була алмай, улар үҙҙәре лә, ата-әсәләре лә бик нескә күңелле, күпселек осраҡта хатта – яҡлауһыҙ. Әммә уларҙың диагнозы – хөкөм түгел. Әгәр ваҡытында бәләкәстәр менән шөғөлләнә башлаһаң, көндәлек тормош күнекмәләре бирелһә, тиҫтерҙәре менән аралашыу мөмкинлеге барһа, киләсәктә улар һөнәрле була, һәм үҙҙәре беҙҙе таланттары менән хайран ҡалдырасаҡ.
Был сәйәсәтте тормошҡа ашырыр өсөн беҙ Өфөлә “Салют” реабилитация үҙәге төҙөйбөҙ, республиканың көньяғында – Сибайҙа – шулай уҡ ошондай объект һалыу планлаштырылған, ә төньяғында – Яңауылда – ошо көндәрҙә 190 уҡыусыға тәғәйен мәктәп-интернат сафҡа инде. Унда ҙур спорт залы, оҫтаханалар, яҡшы тантаналар залы, иркен класс бүлмәләре. Майҙанында –дүрт күләгәле япма, йомшаҡ япмалы йүгереү юлы, теннис, баскетбол һәм волейбол майҙандары, футбол залы һәм хатта уҡыу-тәжрибә баҡсаһы. Интернат 26 муниципалитеттың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәк. Унда 110 педагог, тәрбиәсе һәм башҡа белгестәр эшәләйәсәк“, – тип яҙа Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙ сәхифәһендә.
Читайте нас: