+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Июнь 2020, 17:45

Әсәй, мине олатайым һөйләшкән телдән мәхрүм итмә!

Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында башҡорт теленә бәйле ултырыш үтте. Уны ойошманың президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Сарала башҡорт телен өйрәнгән мәғариф учреждениелары вәкилдәре лә ҡатнашты.

Ошо уңайҙан һеҙгә бер нисә мәғлүмәт еткерергә уйлайбыҙ. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәк өҫтәлдә башҡорт телен өйрәнергә теләгән балаларҙың, бәләкәстәренә өйрәтергә теләгән ата-әсәләрҙең хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары теркәлгән. Атап әйткәндә, мәғариф учреждениелары етәкселәренә башҡорт теле урынына башҡа фәндәрҙе уҡырға тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы етәксеһе урынбаҫары Айгөл Атанова белдереүенсә, элек яҙылған ғаризаларҙы датаһын үҙгәртеү тәҡдимдәре, башҡорт теле уҡытыусыларының сәғәттәре ҡыҫҡартылыуы осраҡтары ла билдәләнгән. Закон буйынса улай ярамай.
Килеп тыуған хәл буйынса Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хафизова киләһе аҙнала ата-әсәләр менән осрашып, һорауҙарға яуап бирергә вәғәҙәләне.
Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү бүлеге начальнигы Булат Зиннуров әйтеүенсә, республиканың һәр районына туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса ведомствоның методик кәңәштәре ебәрелгән. Улар “Рособрнадзор” менән берлектә төҙөлгән, уға ярашлы ғаризалар дүртенсе сиректә үк яҙыла. Каникулға киткәндә, педагогтар киләһе уҡыу йылының планын һәм ниндәй күләмдә дәрестәр бирәсәген белеп китә.
Әгәр башҡорт телен өйрәнеү буйынса һорауҙарығыҙ булһа, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тап ошо өлкәләге һорауҙар өсөн махсус ҡыҙыу линия эшләй: 218-03-53 (мобиль ҡулланмалар өсөн +7 347 218 03 53.
Читайте нас: