-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июнь 2020, 09:05

Хәнәфи батырҙы данлайыҡ!

Ҡәҙерле балалар, һеҙ ишетеп беләһегеҙ – быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙ илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән батырҙар исемлеген барлайбыҙ. Шайморатовтың ғәскәре ҙурайғандан-ҙурая.Бына шундай батырҙарҙың береһе Хәнәфи Нурғәли улы Нурғәлиев Башҡортостан Республикаһының Краснокама районында Яңы Аҡтанышбаш ауылында 1913 йылда тыуған. Рәсәйҙең “Память народа” сайтында уның тураһында мәғлүмәт бар. Ул йәш сағынан хәрби хеҙмәттә булған. Ә инде Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр яуҙарында данлыҡлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһында алыша.

Әммә ҡаты алыштарҙың береһендә яҡташыбыҙ, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарынан булған капитан Хәнәфи Нурғәлиев 1942 йылдың 26 ноябрендә батырҙарса һәләк була. Уның ҡыйыулығы тураһында яугирҙар яҡшы белгән, иҫән ҡайтҡандары һоҡланып, ғорурланып хәтерләгән. Батырлыҡтары өсөн ул үлгәндән һуң Бөйөк Ватан һуғышының I дәрәжәле ордены менән бүләкләнгән.
С. Әлибаевтың “Көндәлек биттәренән” китабында ла уның тураһында яҙып кителә: “Сафуанов күрше соҡорҙа ҡаты яраланған Хәнәфи Нурғәлиевтең ятҡанлығын әйтте. Ординарецен табып, йылы одеялдарға урарға, итеген систереп, аяҡтарын йылытырға ҡуштым. Комполканы таптым. Әллә ни яңы хәбәр юҡ. Оборонаға туҡтарға,
боевой позиция ҡорорға бойорғандар. Ҡараңғы төшөүгә
йәнә бойороҡ: Алексеевкаға барып, личный составты йылытырға, өҫ-башын киптерергә. Бында бер рәттән өс-дүрт ауыл урынлашҡан: Красное село, Алексеевка, Генераловка һәм Степановка.
Ҡуҙғалып киттек ...4-се полктан майор Ғафаров та ниңәлер бында. Ауырығанлығы ла, яраланғанлығы ла һиҙелмәй.
— Тылдан килдем, — ти, — унда — артта — урыны-урыны менән һуғыш бара. Беҙҙекеләр дошмандың бер танк группаһын Чернышевская янында ҡамаған. Уға немецтәр һауанан боеприпас, аҙыҡ-түлек ташлайҙар. Шулай ҙа ул группаны беҙҙекеләр дөмөктөргән булырға тейеш, ти. Хәнәфи Нурғәлиевтең үлгәнлеген әйттеләр. Таһир Күсимов Блиновскаяла — корпус госпиталендә, тиҙәр. Политбүлектең комсомол работниге Н. Д. Аҙнағолов та үлгән...”
Һәр төбәк үҙ батырҙарын данлай, шул уңайҙан, бәлки, Краснокама ерендә лә Хәнәфи батырҙың исемен мәңгеләштерергә кәрәк!
Читайте нас: