Бөгөн Өфөлә ҡалаһы хакимиәте, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы асыҡ һауала А. Галибиндың М. Кәрим повесы буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмын бушлай күрһәтә. Уны “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында ҡарарға була. Шулай итеп, кемдәр бөгөн Өфөлә, йыйылыу ваҡыты – киске унынсы яртыла, ә инде фильм сәғәт 10-да башлана.
Әйткәндәй, урындар һаны һанаулы ғына, заказ +79196124049 телефоны буйынса ҡабул ителә. Бронь булмаһа, автомобилдәр киномайҙанға индерелмәйәсәк.