+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июнь 2020, 17:20

Һуғыш ветерандары! Кем һуң улар?

Бөгөн ябай көн түгел, балалар. Бынан бик күп йылдар элек илебеҙҙә һуғыш башланған. Был яуҙа ҡатнашҡан олатайҙар арабыҙҙан мәңгелеккә китеп бара инде. Әммә тереләр бар әле, тылда хеҙмәт иткәндәр ҙә иҫән.Ошо уңайҙан Башҡортостанда аяугиҙар өсөн айырым Еңеү парады ойошторолдо. Мәҫәлән, Өфөнөң Киров районында йәшәгән Хәсән Рәхим улы Хөснуризалов һәм Усман Иҙиәт улы Кинйәкәев өсөн байрам уҙғарылды. Улар икеһе лә ҡанлы һуғышта ҡатнашҡан, бик күп яҡын дуҫтары юғалтҡан.

Уларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә район хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов килде, бүләк тапшырҙы. Һуғыш ветерандары – улар яу батырҙары.
Йәмғеһе, Башҡортостандың 25 муниципалитетында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын ҡотлау ойошторолдо. Ветерандар өсөн концерт күрһәтелде, тантаналы марш үтте, ижад коллективтары сығыш яһаны.
Читайте нас: