+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июнь 2020, 11:45

Миңә ун мең һум юлланыңмы, әсәй?

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынын Рәсәй Президенты июнь айында һәр өс йәштән ун алты йәшкә тиклемге балалар өсөн ун мең һум бүләнәсәге хаҡында хәбәр иткәйне инде. Әйткәндәй, “госуслуги” порталы аша теркәлеп, күптәр был аҡсаны тап шул көндө үк алып ҡыуанды.Ә инде кисә Рәсәй халҡына мөрәжәғәт иткәндә, ул йәнә июль айында унар мең һум автомат рәүештә һәр ун алты йәшкә тиклемге балаға күсереләсәге хаҡында әйтте. Был ярҙам менән Рәсәйҙә йәшәгән 28 миллион бала тәрбиәләнгән ғаилә файҙалана ала. Дәүләт ярҙамы хаҡында ата-әсәйҙәрегеҙ беләме? Һорашығыҙ, бәләкәс дуҫтар!Әйткәндәй, кемдәр июндә ун мең алып ҡыуанған, уларға, шулай уҡ өс йәшкә тиклемгеләргә лә был ярҙам автоматик рәүештә эшләнә. Кемдәр ғариза яҙып өлгөрмәәгән, тиҙерәк мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Читайте нас: