Алтын ғына микән, ай, был донъя,
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Көмөш кенә микән был донъя?
Ҡәҙерҙәрен белеп көткәндәргә,
Шау сәхрә лә икән был донъя.
Тып-тып итеп баҫҡан тура атыңды,
Йөҙ илле һум биреп тә һорарҙар. (2 тапҡыр)
Сит илдәргә китеп яҡшы йөрөһәң,
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
"Ҡайҙан килгән?" — тип (шул) һорарҙар,
"Кем балаһы?" — тип (шул) һорарҙар.
Лариса Абдуллина әҙерләне.