+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июнь 2020, 01:55

Тып-тып итә шат тамсылар... (Шиғырҙар).

Миңлегөл Тайсинаның бәләкәстәр өсөн шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.ЯмғырТып – тып итә шат тамсылар,Һибәләп ямғыр яуа.Болоттарҙың күҙ йәшенәнСафланып китте һауа. Сәпәкәй итә ҡояшҡайТамсыларҙың көйөнә.Керпек – таждарын сылатыпСәскә – гөлдәр һөйөнә.

Ел – малай
Көслө ел урам буйҙарын
Зырлата ҡалай.
Әйтерһең, әсәйҙән ҡасҡан,
Шаян бер малай.
Быныһын, тегенеһен дә
Ул тотоп ҡарай.
Йә килеп берәй һылыуҙың
Сәстәрен тарай.
Хәлдәре бөттө, арыны
Йүгерә торғас.
Туҡтаны, ҡояш апаһы
Ҡолағын борғас.
Читайте нас: