+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2020, 17:55

Төнгө әтәс. Хикәйә.

Дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарға йәш яҙыусы Тимур Рәхмәтуллиндың хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ! Иртәнсәк иртә менән торған Әхәт сәй яһаған өләсәһенең янына килде.– Өләсәй, ни өсөн беҙҙең әтәс төнө буйы ҡыйыҡты суҡып сыҡты?– Әлләсе, улым, әтәстәр бит төнөн күрмәй, етмәһә, улар йоҡлай.– Юҡ, өләсәй! Беҙҙең әтәс, суҡып-суҡып, нимәнелер даһыр-доһор емерҙе.– Шунан, улым?..

– Шунанмы? Шул ҙур һауыттан ҡыйыҡ буйлап таңға тиклем бойҙай ергә ҡойолдо.
Өләсәһе ҡыҙыҡһынып:
– Ә һин ниңә уны әтәс, тиеп уйлайһың?
– Үҙен-үҙе һатты бит!
– Нисек, улым?
– Иртә таңдан һөрән һалып ҡыйыҡтан осоп төштө. Ә унан инде бойҙай ҙа ҡойолоуҙан туҡтаны.
Өләсәһе бәләкәс ейәненең арҡаһынан һөйөп:
– Эй, улым! Ул бит – төнөн йәшенләп яуған ямғыр. Ә әтәс үҙенең көндәлек эшен генә башҡарған, тауыҡтарҙы уятҡан.
Читайте нас: