-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2020, 18:10

Кем көслө? (Кесе йәштәге мәктәп уҡыусылары өсөн пьеса)

Әнисә Фәррәхова мәктәп йәшендәге балаларға бик фәһемле әҫәрҙәр яҙа. Шуларҙың береһен сайтыбыҙҙа тулыһынса уҡый алаһығыҙ.

Ҡатнашалар: уҡытыусы Ләлә Ислам ҡыҙы, уҡыусы балалар: Вәзир, Рәмил, Сәғит, Азат, Әлиә.
Сәхнә асылыр алдынан күңелле музыка уйнай, һуңынан класҡа инергә саҡырып ҡыңғырау шылтырай. Шаршау асыла.
Шаршау асылғанда класта дәрес бара.
Уҡытыусы. Балалар! Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән көс тураһында һөйләшәбеҙ, ә киләһе дәрестә инде инша яҙырбыҙ. Әйтегеҙ әле, көслө булыуҙы һеҙ нисек аңлайһығыҙ?
Балалар бер-бер артлы ҡулдарын күтәрә. Бигерәк тә Сәғит әүҙемлек күрһәтә.
Уҡытыусы. Йә, Сәғит, һөйләп ебәр!
Сәғит. Малайҙар менән көрәшкәндә еңеп сығыуҙы, көслө булыу, тип аңлайым. Көслө булыр өсөн мин көн дә физик күнегеүҙәр яһайым, йүгерәм. Шуға күрә оҙаҡламай көрәш түңәрәгенә лә йөрөй башлаясаҡмын. Ул саҡта бүтәндәрҙе йәберләргә яратыусы малайҙарҙың кәрәктәрен бирәсәкмен! Берәйһе миңә тейеп кенә ҡараһын, күрмәгәндәрен күрһәтәсәкмен үҙҙәренә! (Йоҙроғон төйнәп янап ала).
Уҡытыусы. Аңлашылды, Сәғит. Тимәк, көс һинең өсөн – физик яҡтан көслө булыуҙа, шулаймы?
Сәғит. Тап шулай, Ләлә Исламовна!
Уҡытыусы. Тағы ниндәй фекерҙәр булыр, балалар?
Азат ҡулын күтәрә.
Уҡытыусы. Йә, Азат, һин нисек уйлайһың?
Азат. Көслө булыуҙы мин ҙур машина, тракторҙарҙы йөрөтә белеү, тип аңлайым. Бына, исмаһам, минең атайым көслө! Ул тракторҙы ла, машиналарҙың барлыҡ төрҙәрен дә йөрөтә белә. Үҫеп еткәс, мин дә уның кеүек буласаҡмын!
Уҡытыусы. Яҡшы, Азат! Һинең фекереңсә, ҙур машиналарҙы йөрөтөүселәр – көслө кешеләр, эйеме?
Азат. Эйе, тап шулай!
Вәзир тырышып ҡул күтәрә.
Уҡытыусы. Хәҙер Вәзирҙе тыңлайыҡ, уның аңлауынса, кем көслө икән?
Вәзир. Минең ағайым – һунарсы. Ул ял көнө һунарҙан айыу атып алды. Бындай айыуҙы атып алыр өсөн бик көслө һәм таҫыллы булырға кәрәк, ти атайым.
Шул саҡ Азат ҡул күтәрә.
Уҡытыусы. Эйе, Азат, нимә әйтергә теләнең?
Азат. Ләлә Ислам ҡыҙы, беҙҙең класта малайҙарҙан иң көсһөҙө – Рәмил. Физкультура дәресендә лә иң арттан ул йүгерә, көрәшкәндә лә еңелә. Кәүҙәгә лә беҙҙең класс малайҙары араһында иң сибеге.
Сәғит. Минеңсә, Рәмилгә күберәк спорт менән дуҫлашырға кәрәк, эйеме, Ләлә Ислам ҡыҙы? (Уҡытыусы тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуя, ләкин үҙ фекерен әйтмәй).
Уҡытыусы. Барығыҙ ҙа үҙ фекерен әйтеп бөттөмө?
Вәзир. Ләлә Ислам ҡыҙы, Әлиә сығыш яһаманы бит.
Уҡытыусы. Әйҙә, Әлиә, һөйләп ебәр! Ҡыҙ кеше булараҡ, көслө булыуҙы һин нисек аңлайһың икән?
Әлиә. Кисә мәктәптән ҡайтып килгәндә, ҡаршыбыҙға тештәрен ыржайтып, яман ырылдап бер эт килеп сыҡты. Ул ҙур, ҡурҡыныс ине. Малайҙар минең бер үҙемде урам уртаһында ҡалдырып, тирә-яҡҡа ҡасып бөттөләр. Рәмил генә бер ҡайҙа ла китмәне. Ул үҙенең кәүҙәһе менән мине эттән ҡапланы. Минеңсә, беҙҙең класта иң көслөһө – Рәмил.
Уҡытыусы. Дөрөҫ әйтәһең, Әлиә. Ысынлап көслө булыу өсөн физик көстөң булыуы ғына аҙ шул! Кеше рухи яҡтан да батыр булырға тейеш. Әлиә алдында Рәмил үҙен ысын дуҫ итеп күрһәткән. Класташының бер үҙен уҫал эт менән ҡалдырмаған. Афарин, Рәмил! Һәр саҡ шулай көслө рухлы булып ҡал!
Шаршау ябыла.
Читайте нас в