+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Май 2020, 16:05

Борғосо малай. Әкиәт.

Ярлы ғына ғаиләлә бер малай йәшәгән, ти. Һәр көндө бай ярлыларҙың бар булған мөлкәтен тартып алып торған. Сират малайҙарҙың йортона ла еткән. Уның борғо уйнап ултырған сағы булған...

Бай ишек шаҡыған да:
- Асығыҙ ишекте, әтеү өйөгөҙгә ут төртәм, - тигән.
- Һеҙгә нимә кәрәк һуң? – тип һораған малай.
- Һинең ни эшең бар, ҡыҫылма! – тигән бай малайға.
Ишектә малайҙың әсәһе күренгән. Малайы янына килеп: “Улым борғоңдо бир әле, беҙҙең түләр әйберебеҙ ҡалманы. Бай өйҙө яндырырға янай” – тип үтенгән.
- Ярай, әсәй, тик мин һуңғы тапҡыр уйнап алайым инде, - тигән дә борғоһон өрөп тә ебәргән.
Бик оҙаҡ уйнаған ул. Бай ҙа, уны оҙатып килгән һаҡсылар ҙа күтәрелеп китеп баш тирәләй осоп йөрөй башлаған, - ти.
- Йә, етер, туҡта, уйнама, мин башҡа килмәйем, - тип үтенгән бай малайға.
Малайҙың уйнауҙан туҡтауы булған, тегеләр тәгәрләшеп ергә килеп төшкәндәр.
Күпмелер ваҡыт уҙғас, бай һаҡсыларын эйәртеп тағы ла килгән был йортҡа. Ул малайҙың борғоһон тартып алырға булған. Тик мәкерле уйы килеп сыҡмаған. Малайҙың борғоһон уйнап ебәреүе булған, тегеләр яңынан һауаға табан осҡандар.
Ошо көндән һуң бай ауыл ярлыларҙы талай алмаған. Улар тыныс ҡына йәшәгән. Бар ауыл халҡы шатланған, рәхмәт әйтеп малайҙы данлағандар. Башҡа бында берәү ҙә яуызлыҡ эшләй алмаған.
Лилиә ФӘТҠУЛЛИНА, 5-се класс, 98-се мәктәп.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: