+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Май 2020, 15:15

Бәпембә менән Юл япрағы. Әкиәт.

Бер заман бәпембә орлоғо ергә төшкән һәм матур сәскә булып үҫкән. Алыҫ түгел Бәпембәнән ҡалышмайынса Юл япрағы ла буй еткергән. Бәпембә Юл япрағына ҡарап торған-торған да, маҡтанып:-Минең сәскәләрем-сәскәйҙәрем оҙон, һап-һары...(дауамы - сайтта)

Ә һинең башыңдағы тажың топ-тоҡор, һоп-һоро, - ти икән. Тик Юл япрағы был һүҙҙәрҙе ишетмәмеш булған һәм яҡты ҡояшҡа ҡыуанған.
Бер нисә көн үткән. Бәпембә түҙмәгән, тағы ла юл япрағына һүҙ тейҙергән:
-Мин юл ситендә үҫәм, күлдәгем-гөлкәйем таҙа ғына. Ә һин – юл уртаһында, яулығың-япрағың туҙан ғына, – ти икән. Был юлы ла Юл япрағы Бәпембәгә иғтибар итмәгән, яуған ямғырға ҡойонған.
Шулай тағы ла бер нисә көн үткән. Бәпембә үҙ-үҙенә һоҡланып, сәстәренең ағарыуын, күлдәгенең һарғая башлауын да һиҙмәгән. Бер ваҡыт маҡтанам ғына тигәндә, көслө ел сыҡҡан һәм ап-аҡ сәскәләрен осороп алып киткән, ти. Бәпембәгә уңайһыҙ булып киткән. Ул ҡыҫҡа ғына йәйҙе бушҡа үткәргәнен аңлаған. Икенсе йылға сәскә булып үҫкәс, ул иң тәүҙә Юл япрағы менән дуҫлашҡан һәм уның кеүек кешеләргә ярҙам итә башлаған. Шунан бирле Бәпембә ысынлап та һоҡланғыс сәскә булып киткән, ти. Йәйен бал ҡорттарына бал бирә, ҡышҡылыҡҡа шифалы үлән була.
Руслан ХИСАМЕТДИНОВ,
Учалы районы Рафиҡ ауылы.
Читайте нас: