Май айының баҫмаһы ла, башҡа һандарыбыҙ кеүек, сағыу һүрәттәргә һәм төрлө материалдарға бай. Тышлыҡта балаларҙың "Үлемһеҙ полк"та ҡатнашыуы һүрәтләнгән. Еңеү тураһындағы шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәл-әйтемдәр, төрлө башватҡыстар, "Урал батыр мажаралары" һәм коронавирус киҙеүе тураһында комикстар балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.