Өйгә ингәс, Ғайсар ошо хәлде өләсәһенә һөйләп бирҙе.
— Ә һин Ниязға рәхмәт әйттеңме һуң? — тип һораны өләсәһе.
— Бәй?.. Шулай яраймы ни? Беҙгә изгелек эшләйҙәр икән, мотлаҡ рәхмәтле була белергә тейешбеҙ бит. “Рәхмәт” шундай матур һүҙ ул, балам. Ҙур көскә эйә үҙе... Ғөмүмән, беҙҙең туған телебеҙ бик бай, наҙлы һәм яғымлы, һәр бер һүҙе аҫыл ташҡа бәрәбәр,— тине өләсәһе.
— Эйе шул, өләсәй. Үҙ телемдә һөйләшеүем менән мин дә сикһеҙ ғорурланам! Апайҙарым кеүек мәктәптә лә башҡорт телен ныҡлап өйрәнермен әле, — тине Ғайсар.
— Бынан һуң рәхмәт әйтергә онотмаҫмын инде. Әсәйемә тәмле аштары, бәлештәре, һиңә йылы ойоҡбаштар өсөн... — тип теҙеп алып китте малай.
— Үҙеңә рәхмәт, балам, шулай итәғәтле булғаның өсөн! Аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫегеҙ барығыҙ ҙа! — тиеп ейәндәренең һәр береһенең арҡаһынан һөйөп алды ҡәнәғәт өләсәй.