+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2020, 13:50

Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

Беҙ йәшәгән планета Ер тип атала. Ул шарға оҡшаған. Диңгеҙ, океандар — зәңгәр, ә ҡоро ерҙәре — төрлө төҫтәрҙә.

Элек-электән Ер үҙенә ҡарап һоҡланырға яратҡан. Бер көндө ул Ҡояшҡа күренеп, маҡтанып алырға булған. Ҡояш үҙе лә бик яҡты һәм ҙур шар һымаҡ икән.

— Ҡара әле, Ҡояшҡай, мин ниндәй матурмын! — тигән Ер.

— Эйе, матурһың шул! Икенсе яғыңа әйлән әле!

Ер бер тапҡыр әйләнгәс, Ҡояш уға яҡтыртҡан да, икенсе яғына әйләнеүен һораған. Шулай итеп, Ер әйләнгән дә әйләнгән. Ҡояшҡа ҡарап торған яғында — көн, кирегә боролған яғында — төн икән. Тағы ла боролһа, ул яҡта —төн, ә Ҡояшлы яҡта — көн, ти. Көн менән төндөң алмашыныуы ла Ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүенә бәйле.

Ер үҙе Ҡояш системаһындағы 3-сө планета. Башҡа планеталарҙан айырмалы рәүештә, Ерҙә генә тереклек бар. Ай — уның тоғро юлдашы.

Балалар, ә һеҙ Ер менән Ҡояштан тыш, тағы ла ниндәй планеталарҙы беләһегеҙ? Һанап сығығыҙ, улар тураһында әңгәмә ҡороғоҙ!

Һүҙлек:

Ер — Земля

Ҡояш — Солнце

Ай — Луна

тәүлек — сутки

Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.

Читайте нас: