Сураманға гимнастерка, салбар, ҡыҙыл йондоҙло пилотка тектерҙеләр. Кейеп алғас, ысын һалдатҡа әйләнде лә ҡуйҙы. Ҡулында автоматы ғына юҡ. Ул ошо кейемдә ҡулына ҡарт олатаһының портретын тотоп атаһы, әсәһе менән майҙандан үтергә тейеш.
Һеңлеһе лә барырға теләгәйне лә бәләкәй шул, арып мыжырға тотонһа? Өләсәһе:
– Беҙ ағайыңдарҙы телевизорҙан ҡарарбыҙ. Бәлки, ағайыңды ла күрһәтерҙәр, – тигәс, өйҙә ҡалырға ризалашты.
– Телевизорҙан миңә ҡул болғарһың, – тип оҙатып ҡалды һеңлеһе.
Майҙандың үҙенә үк барып етә алманылар. Урамды япҡандар. Ә ундағы халыҡтың күплеге! Иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел, диңгеҙҙәй сайҡалалар. Һәр береһенең ҡулында портрет, ҡыҙыл әләмдәр, төрлө төҫтәге шарҙар. Уларҙың артынан да әллә күпме кеше теҙелде. Араларында Сураман йәшендәге малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа күренә.
Теҙелергә ҡуштылар. Сурамандар ҙа сафҡа баҫты. Алға атлай башланылар. Майҙанға яҡынлашҡас, дәртле лә, һағышлы ла йырҙар яңғыраны. Уларҙың береһен Сураман белә. Мәктәптә Еңеү көнөнә арналған концертта йырлағайнылар.
Майҙанға етәрәк уларҙы туҡтаттылар. Хәбәрселәр икән. Ҡулына микрофон тотҡан апай Сураманды камера алдына баҫтырҙы. Һорау бирҙе:
– Ҡарт олатайымдыҡы, – тине Сураман. – Ул «Катюша» командиры булған.
– «Катюша»ның ниндәй ҡорал икәнен беләһеңме? – тип һораны хәбәрсе.
– Беләм. Немецтар ул һүҙҙе ишетеү менән ҡалтырарға тотонған. «Катюша» залпынан һуң уларҙың береһе лә иҫән ҡалмаған. Ҡарт олатайым «Катюша»ла Берлинға тиклем барып етә. Дошман утына эләгеп яралана. Госпиталдә ята. Яраһы төҙөлгәс, яңынан фронтҡа китә. Батырҙарса һуғышҡаны өсөн орден менән бүләкләнә.
Ныҡ тулҡынланған Сураман ҡапыл ғына иҫенә төшөрә алманы, атаһы әйтеп ебәрҙе:
– Эйе-эйе, Ҡыҙыл Йондоҙ. Ҡарт олатайым тағы ла ике орден ала. Улары – II һәм III дәрәжә Дан ордендары.
Хәбәрсе апай әңгәмә өсөн рәхмәт белдереп, китергә йыйынды. Ул арала Сураман камераға ҡарап ҡулын болғаны. Өләсәһе менән һеңлеһе ҡараһа, ҡыуанырҙар.
Ҡулдарына яугир атай-олатайҙарының фотоһүрәтен тотҡан кешеләр ағылды ла ағылды. Сураман да майҙандан ғорур баҫып уҙҙы, трибуналағы һуғыш һәм тыл ветерандарын сәләмләне.
Еңеү паркында һалдат бутҡаһынан ауыҙ иткәс кенә ҡайтырға ҡуҙғалдылар.