+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2020, 19:35

Бай, яғымлы телебеҙ!

Өфө районы Алексеевка урта мәктәбендә Башҡорт теле йылына арналған бик матур сара уҙҙы. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Кинйәмырҙа ҡыҙы Вәлишина ойошторҙо.

Уҡытыусыларына оҡшап, балалар ҙа бик тырыштар, отҡорҙар икән. Улар “Аҡбуҙат” журналын ҡыуанып ҡаршы алды. Балалар баҫмабыҙҙа сыҡҡан шиғырҙарҙы һөйләне, телебеҙҙе данлаған йырҙар йырланы, дәртле бейеүҙәр бейене. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадынан өҙөктәр ҙә күрһәтте уҡыусылар. Бик талантлы, төрлө яҡлап маһир уҡыусылар уҡый икән Алексеевка мәктәбендә!
Читайте нас: