Нияз Сәлимов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһынан, 2-се һәм 3-сө һанлы мәктәптән, Үзбәк һәм Яугилде ауылдары мәктәптәренән йәш ижадсылар бик әүҙем ҡатнашты. Һуңынан Красноусол башҡорт гимназияһында ҙур йомғаҡлау кисәһе уҙҙы. Еңеүсе балаларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ә инде яңыраҡ Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә сәсәниә тырышлығы менән ошо бәйгенең емештәре китап булып баҫылып сыҡты. "ҠЫШҠЫ ЙӘЙҒОР" тип атала был йыйынтыҡ. Ул тулыһынса Ғафури районы уҡыусыларының ижади эштәренән тора.
Башҡорт теле йылында был китап балаларға һәм китап яратыусыларға ҙур бүләк һәм иҫтәлек булды!