Ралли
Ралли, тиҙәр бер нисә көн
Барған автоуҙышты.
Иң көслөләр, сыҙамлылар
Яулай унда уңышты.
Паром
Кешеләрҙе йылға аша
Алып сығара паром.
Ул бит шулай тоташтыра
Йылғаның ике ярын.
Дельтаплан
Борон кеше ҡоштар кеүек
Осорға хыялланған.
Ҡош ҡанатына оҡшатып
Дельтаплан яһап алған.
Моторлы кәмә
Моторлы кәмә шәп йөҙә,
Уға ишкәк кәрәкмәй.
Тиҙ арала ул йылғаны
Арҡыры-буйға иңләй.
Пароход
Үҙе бара – эҙе юҡ.
Яуабын, йә, кем белә?
Һыу өҫтөнән юлдар ярып
Пароход йөҙөп килә.
Кәмә
Ике ҡулда – ике ишкәк.
Машина руле һымаҡ.
Ишһәң – бара, ишмәһәң – юҡ,
Тик тора ул аптырап.
Кәмәлә йөрөгөң килһә,
Көслө булырға кәрәк.
Аҙаҡ ҙур-ҙур караптарҙа
Булырһың, бәлки, моряк.
Һал
Бүрәнәне ҡушып бәйләп,
Һал яһайҙар ағайҙар.
Ағайҙарҙан был һөнәргә
Өйрәнә сос малайҙар.
Үҙбушатҡыс машина
Һоҫҡос менән тейәйҙәр
Миңә төрлө әйберҙәр.
Ә бушатам мин үҙем
Үҙбушатҡыс – исемем.