Элек-электән Ер үҙенә ҡарап һоҡланырға яратҡан. Бер көндө ул Ҡояшҡа күренеп, маҡтанып алырға булған. Ҡояш үҙе лә бик яҡты һәм ҙур шар һымаҡ икән.
— Ҡара әле, Ҡояшҡай, мин ниндәй матурмын! — тигән Ер.
— Эйе, матурһың шул! Икенсе яғыңа әйлән әле!
Ер бер тапҡыр әйләнгәс, Ҡояш уға яҡтыртҡан да, икенсе яғына әйләнеүен һораған. Шулай итеп, Ер әйләнгән дә әйләнгән. Ҡояшҡа ҡарап торған яғында — көн, кирегә боролған яғында — төн икән. Тағы ла боролһа, ул яҡта —төн, ә Ҡояшлы яҡта — көн, ти. Көн менән төндөң алмашыныуы ла Ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүенә бәйле.
Ер үҙе Ҡояш системаһындағы 3-сө планета. Башҡа планеталарҙан айырмалы рәүештә, Ерҙә генә тереклек бар. Ай — уның тоғро юлдашы.
Балалар, ә һеҙ Ер менән Ҡояштан тыш, тағы ла ниндәй планеталарҙы беләһегеҙ? Һанап сығығыҙ, улар тураһында әңгәмә ҡороғоҙ!
Һүҙлек:
Ер — Земля
Ҡояш — Солнце
Ай — Луна
тәүлек — сутки
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.