+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Май 2020, 16:00

Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар

Әлифба батшалығында йәшәгән, ти, төрлө хәрефтәр. Уларҙың араһында йырларға яратҡандары ла булған.

Һуҙынҡылар һәм тартынҡылар

Әлифба батшалығында йәшәгән, ти, төрлө хәрефтәр. Уларҙың араһында йырларға яратҡандары ла булған.

– А-а-а, – тип йырлаған, ти, А хәрефе.

– Ә-ә-ә, – тип ҡушылған икән, ти, Ә хәрефе.

– Ө-ө-ө, – тип Ө хәрефе лә уларҙан артта ҡалмаҫҡа тырышҡан.

Был хәрефтәр һуҙынҡылар тиеп аталып, улар шулай көйләп-йырлап йөрөргә яратҡан. Ҡалын итеп йырлағандары – ҡалын һуҙынҡыларға, нәҙек йырлағандары нәҙек һуҙынҡыларға бүленгән. Ә ҡайһы бер хәрефтәр бөтөнләй йырлай белмәгән. Тартынҡылар, тиеп йөрөткәндәр, ти, уларҙы.

– М-м-м, – тигән өн сығарған М хәрефе.

– Р-р-р, – ти икән уға Р хәрефе.

Бер көндө хәрефтәр йыйылышып, йыр-моң кисәһе ойошторорға булған. Һуҙынҡылар менән тартынҡылар бергә ҡушылып йырлап, дуҫлашып киткән. Шул көндән алып һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр бик дуҫ йәшәй, ти.

Текст буйынса эш:

1. Бирелгән һүҙҙең хәрефен үҙгәртеп яңы һүҙҙәр яһағыҙ:

аша – ата – ала – .., йәм – йәш – йәй – ... Тағы ла нисә һүҙ уйлап табырға мөмкин?

2. Текстан нәҙек һуҙынҡылары булған һүҙҙәрҙе айырып алығыҙ, мәҫәлән: хәрефтәр, төрлө...

3. Р өн-хәрефенә йомаҡтарҙың яуабын табығыҙ:

Үҙе һөйләй, үҙе күренмәй.

Ҡош түгел – оса,

Йыһанға етә.

Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.

Читайте нас: