+8 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Май 2020, 15:25

Ҡартатайҙың бал ҡорттары

Башҡорт балының даны бөтә донъяға билдәле.

Балалар, безелдәшеп осҡан бал ҡорттарынан ҡурҡһа ла, тәмле, хуш еҫле бал ашарға бик ярата шул. Сөнки балдың шифаһы йәнгә лә, тәнгә лә дауа бит!

Ҡартатайҙың бал ҡорттары

Ҡартатайым кеүек эшсән,

Егәрле бал ҡорттары.

Шуға күрә иртә таңдан

Гөжләп тора йорттары.

Күнәк, силәктәре менән

Һәр береһе, ярышып,

Һутлы бал ташый көн буйы

Кәрәҙҙәргә тырышып.

Ҡартатайым бал ҡортоноң

Умартаһын таҙарта,

Ә һуңынан барыбыҙға

Кәрәҙле бал тарата.

Тиҙерәк ауыҙ итәйек,

Балдың сихәте күсһен!

Ҡартатайҙың ейәндәре,

Кескәй бал ҡорттары кеүек,

Бик уңған булып үҫһен!

Читайте нас: