Әсәһе Алтынайға тәтәй кеүек ҡурсаҡ алып ҡайтты. Ҡыуанысынан ҡыҙыҡай үрле-ҡырлы һикерҙе. Әллә ҡасандан бирле ошондай ҡурсаҡ тураһында хыяллана бит ул.
– Әлә-лә-лә-л, ҡалай матур !– тип ҡулдары менән сәпәкәйләне ул. – Рәхмәт, –тип әсәһенең битенән суп иттереп үбеп алды.
Ысынлап та, ҡурсаҡ ҡарап туйғыһыҙ ине. Күлдәгенең матурлығы һуң! Хәс йырсы
апайҙарҙыҡы кеүек ҡабарып-ҡабарып тора. Ҡолағында алҡаһы ла бар. Хатта исемен дә әйтә белә бит әле.
Алтынай ҡурсағын шул ҡәҙәр ныҡ яратты. Уны саҡ ҡына ла ҡулынан төшөрмәне. Үҙе менән етәкләп йөрөттө, көйләй-көйләй йоҡлатып та алды.
Бына әсәһе ашарға әҙерләне лә:
– Балаҡайым, әйҙә тәмле итеп сәй эсеп алайыҡ,– тип ҡыҙыҡайҙы өҫтәл янына саҡырҙы.
Алтынай ҡурсағы менән бергә килеп ултырҙы. Әсәһенең:
– Ҡурсағыңды алып ҡуй, йә өҫтөн бысратып ҡуйырһың, – тиеүен ҡолағына
– Юҡ, бысратмайым! – тип үҙһүҙләнде ҡыҙ.
Шул саҡ көтөлмәгән хәл булды. Боршанлап ултырған ҡыҙыҡай терһәге менән яңылыш сынаяғын этеп ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Сәй ҡурсаҡтың күлдәгенә генә түгелде лә ҡуйҙы. Ә сынаяҡ иҙәнгә барып төштө лә селпәрәмә килеп ватылды.
– Әсәй, ҡурсағым бысранды-ы-ы! – Әле генә шат йылмайып ултырған ҡыҙыҡай ауыҙын бәлшәйтеп илап ебәрҙе.
– Йә, ҡыҙым, юҡҡа балауыҙ һыҡма, хәҙер ҡурсағыңдың күлдәген йыуып эләм, элекке кеүек булыр. Ашағанда өҫтәл янына алып ултыртҡанды