+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Май 2020, 17:13

Шәжәрәңде беләһеңме?

Тамара Искәндәриә
Шәжәрәңде беләһеңме?
Һүрәтемдә — ҙур ағас.

Тамыры уның тәрән.

Быуаттарға олғашҡан

Ул бит минең шәжәрәм.

Шәжәрәлә сағыла

Ырыуымдың тарихы.

Ата-бабаларымдың

Мин лайыҡлы вариҫы.

Ҡартатайҙарым булған

Бар эшкә лә маһирҙар.

Илгә Еңеү яулаған

Ҡаһармандар, батырҙар.

Олатайҙар исеме

Биҙәлгән хеҙмәт менән.

Тултырам шәжәрәмде

Мин оло хөрмәт менән.
Тамырҙары тармаҡлы,

Олоно ла бик оло —

Шәжәрә ағасының

Һәр ботағы туп-тулы.

Ағасыбыҙ яңыра:

Бөрөләр япраҡ яра!

Кем ул, анау япраҡта,

Көлөп ултыра, ҡара?!

Шәжәрәбеҙ ағасын

Әйҙә, урап уйнайыҡ.

Ете быуынын уның

Беҙ онотоп ҡуймайыҡ!


Балалар!

Ә хәҙер һәр берегеҙ үҙегеҙҙең ете быуын атабабаларығыҙҙы һанап сығығыҙ!

Мәҡәл-әйтемдәр
Ырыулының уғы юғалмай.
Ырыуына күрә йолаһы.
Ата-инә берҙәм булһа, балалары күндәм була.
Ата һөнәре — балаға мираҫ.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
04-2020
Читайте нас: