+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Май 2020, 13:10

ЭЙ, КҮҢЕЛЛЕ БАЛА САҠ

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
ЭЙ, КҮҢЕЛЛЕ БАЛА САҠ
Һикерә, уйнай янда малай,
Йүргәктән сыҡҡандыр саҡ?!
Һис тиктормаҫ, саба, елә,
Әйтерһең дә, ҡолонсаҡ.
Остан-осҡа туптай оса,
Тотоп өлгөрәләр саҡ.
Көлә-көлә ҡабат елә,
Ҡалай шаян, уйынсаҡ!
Һәр минуты, һәр сәғәте,
Шатлыҡҡа тула шул саҡ!
Атай-әсәй наҙҙарында,
Гөрләп тора сабый саҡ!
Һис кенә лә ҡабатланмаҫ —
Эй, күңелле бала саҡ!
Читайте нас: