Кескәй генә булһалар ҙа, беҙҙең төркөм балалары Бөйөк Ватан һуғышы тураһында бик күпте белә. Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы исемендәге музей баҡсабыҙҙан алыҫ түгел. Беҙҙең кескәйҙәргә хәрби һәм дан йортонда эшләгән хеҙмәткәрҙәр мауыҡтырғыс күргәҙмәләр һәм төрлө саралар ойоштора. Бәләкәстәребеҙ тап ошо музейҙа белемдәрен әленән-әле байытып тора. Улар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, күргәнбелгәндәрен ата-әсәләренә лә еткерергә тырыша.