-5 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Апрель 2020, 11:27

Был ҡапсыҡта ниҙәр бар?

Телмәр үҫтереү, яңы һүҙҙәр ҡулланыу һәм нығытыу, төҫтәрҙе билдәләү, бәләкәйҙән ҙурҙы айыра белеү, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, күҙәтеүсәнлек, иғтибарлылыҡ сифаттарын үҫтереүгә күнегеүҙәр


Был ҡапсыҡта ниҙәр бар?


(Һүрәтле хикәйә)

Өләсәй: Ҡуян ҡунаҡҡа килгән (ҡулда уйнатып, бейетеп йомшаҡ уйынсыҡ ҡуянды күрһәтә). Серле ҡапсығы ла бар.


Ҡуян: Һаумыһығыҙ, бәләкәстәр!

Өләсәй: Һаумы, Ҡуянҡай! Беҙ һинең менән яҡынданыраҡ танышырға теләйбеҙ.

Ҡуянҡай: Мин – Ҡуянҡай.

Өләсәй: Ә Ҡуянҡай ниндәй төҫтә?
(Балалар төҫтәр ҡабатлай: аҡ, һоро, ҡара...)


Ҡуян: Ә серле ҡапсыҡта нимәләр бар икән?

Өләсәй: (Ҡуянды ҡуйып тора) Был нимә? (Алма сығара)

Балалар: Алма!

Өләсәй: Эйе, был алма. Ул ниндәй төҫтә?


Балалар: Йәшел төҫтә.

Өләсәй: Ә был алма ниндәй төҫтә?

Балалар: Һары, ҡыҙыл.

Өләсәй: Ә был алмалар бер-береһенән айырыламы? Нимә менән айырыла?


Балалар: Береһе – бәләкәй. Ә икенсеһе – ҙур.

Ҡуян: Миңә бында бик оҡшаны. Хәҙер инде хушлашайыҡ.

Балалар: Һау бул, Ҡуян!

Ҡуян ҡунаҡҡа килгән,

Һоро тун алып кейгән.

Ә ағы ҡалған өйҙә,

Эленеп тора сөйҙә.


Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне


Бәләкәстәр!


Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был Ҡуянҡай тәртиплеме, кейемдәрен йыйыштырамы?
Бәлки, һеҙ уға ярҙам итерһегеҙ?

Өҫтәл артында үҙеңде нисек тоторға, сүпте ҡайҙа һалырға икәнен уҡ менән һыҙып күрһәтегеҙ


Өйгә эш: ҙур һәм бәләкәй әйберҙәр төшөрөгөҙ.


Рәссам Лиана НИҒӘМӘТЙӘНОВА
Читайте нас: