+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Апрель 2020, 17:14

Дала сәскәләре

Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына – 115 йыл

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ


Дала сәскәләре

Дала... Сал ҡылғаны, үҙенә генә хас гөлдәре бар уның. Ә емеш-еләге һуң? Татлы ла, әскелтем генә һутлы ла.

Һәҙиә ялан сәскәләрен ярата. Айырыуса, тыуған Хәсән ауылы яландарында үҫкән зәңгәр сәскәне. Улар шундай матур, сағыу төҫлө.

Өҫтәлендәге гөлләмәгә ҡарап, Һәҙиә шуларҙы аҡ киндер туҡымаға сигеп ҡарарға булды. Күк епте энәгә һаплап алды. Бер сәнсеп тартты, ике... Өләсәһе лә, әсәһе лә был эшкә маһир бит уның. «Минең дә ҡулымдан килә ул, – тип уйланы ҡыҙ. – Хас тормоштағыса, ысын һымаҡ булһын ҡайыған гөлдәрем!»

– Йә мөғжизә! Ҡулың оҫта икән дә баһа! – Гөлйәүһәр апай ҡыҙының сиккән өлгөһөн күреп ҡыуанып китте.

– Эйе шул, ысын һымаҡ, – тип йылмайҙы өләсәһе лә.


Һәҙиә бик һөйөндө. Өләсәһе уны, сабыр, итәғәтле бала, тип ярата. Ҡыҙға ун дүрт йәш тигәндә, атаһы Лотфулла ағай донъя ҡуйҙы. Туғандарын ҡарашыр өсөн, уҡыуын ташлап, Һәҙиәгә күрше Диңгеҙбай мәктәбендә уҡытыусы булып эшкә төшөргә тура килде. Ауыл балалары бик ихлас, уҡыу-яҙыуға ла, ҡул эштәренә лә теләп өйрәнә.

Был сигеү өлгөһөн дә дәрескә алып барҙы. Уҡыусылары «аһ» итте. Яландан йыйып килтерелгән сәскәләрҙе аҡ киндергә тегеп ҡуйғандармы ни?!


Яңы заман килгәйне ауыл өсөн. Пионер булып ҡыҙыл яулыҡ тағып сафтарҙа йөрөнөләр. Өләсәһе бик өнәп етмәһә лә, был яңы хәрәкәтте Һәҙиә үҙ итте, тик яҡшылыҡҡа юраны. Аҙаҡ, 1926 йылда, был хаҡта «Һылыуҡай – пионерка» тигән хикәйәһе лә баҫылып сығасаҡ әле.


Заман елдәре Һәҙиәне Һамар татар-башҡорт педагогия техникумына алып китә. Ун ете генә йәшендә яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Ғөбәй Дәүләтшинға кейәүгә сығып, Мәскәүгә юллана. Булат исемле улдары тыуа, ләкин ғүмере ҡыҫҡа була уның. 1924 йылда Өфөлә рабфакта уҡыуын дауам итә Һәҙиә. Башҡорт әҙәбиәтендә ҡәләмен һынап ҡарай башлай. Халҡыбыҙҙың йор телен, йолаларын сағылдырырға тырыша. 1931 йылда «Айбикә» повесы донъя күрә. 1934 йылда Һәҙиә Дәүләтшина Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына – 115 йыл СССР яҙыусыларының 1-се съезына бара, унда Максим Горький менән таныша. Илебеҙ сәйәсәтендә ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуа. Ғөбәй Дәүләтшинды, нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар. Һәҙиә Дәүләтшина ла хөкөм ителә. Ләкин әҙибә, ауырлыҡтарға ҡарамай, халҡына һәм әҙәбиәткә хеҙмәт итеүенән туҡтамай. «Ырғыҙ» романын яҙа. Был роман Һәҙиә Дәүләтшина донъянан киткәс кенә, 1957 йылда донъя күрә.

«Ырғыҙ» китабы өсөн яҙыусы 1967 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Уның һуңғы көндәре Бөрө ҡалаһында үткән. Бөрө педагогия институтындағы музейҙа, әҙибәнең тормош юлын сағылдырған экспонаттар араһында, зәңгәр сәскәләр сигелгән күлдәк тә бар. Һәҙиә апайҙың ҡулы. Сәскәләр – хас тормоштағыса. Һутлы, тере, ысын дала гөлдәре. Һәҙиә Дәүләтшина әҫәрҙәре һымаҡ.



Рәссам Артур ВӘСИЛОВ
Читайте нас: