+4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Апрель 2020, 15:40

Өс йәштә өс тел белә Динияр

Теле шул тиклем иртә асыла уның, 1 йәш тә 6 айында бынамын тигән итеп башҡортса һөйләшә башлай, шуға ҡыҙыҡтары ла күп Диниярҙың, яҙып барһаң үҙе бер китаплыҡ. Өфө егете Динияр Ғафаровҡа 3 йәш. Йорттарының ихатаһында тәртипле малай бергә уйнаған һәр иптәшенең әсәһе менән айырым-айырым һаулыҡ һорашып сыға. Үҙе үтә ипле, татыу уйнай. Шул әсәйҙәрҙең береһе бәләкәс булһа ла һаҡау булмаған малайға һоҡланып: “Ҡайҙан килеп сыҡҡан был аҡыллы малай?” – тигәнгә бер аҙ аптырай төшә Динияр. Ни тиергә тип уйлап-уйлап тора ла: “Мин мунсанан килеп сыҡтым”, – тип яуап бирә. Сөнки

өләсәләренең ауылында мунсаға барам, мунсанан сығам тип, сығыу һүҙен мунса инеп бөттөм тигән мәғәнәлә ҡулланалар икән. Шуға, үҙенең дә мунса инеп сыҡҡаны сағын иҫенә төшөргән ул.
Ипле генә түгел, үтә хәстәрлекле лә Динияр. Карантин башланғанын, өйҙә генә ултырырға икәнен ололарҙан ишетә йөрөгән малай вирусты ҡурҡыныс бер йән эйәһе тип күҙ алдына килтерә лә, бер көн нәнәй менән һөйләшәм тип телефон алып, уны урамға сыға күрмә, зомбилар йөрөй хәҙер тип иҫкәртеп ҡуя. Үҙе өйҙә берәй эш боҙһа, улай ғына була инде, эйеме, әсәй, тип, тиҙ генә йыуата һала.
Архангел һәм Әбйәлил районында йәшәгән өләсәләре-олаталары Диниярҙы һағынып, уның ирмәктәрен йыш ҡына иҫләп алырға ярата. Бер мәл Динияр ауылда тәҙрәнән ҡарап ултыра. Тышта яҙ булһа ла, ҡар таң атҡансы күп итеп яуған. Ҡапҡа эсендә олатаһы машинаны бер алға, бер артҡа биреп, боролоп сығып китергә йыйына. Динияр ҡарап ултыра ла, эй-й, олатай машина йөрөтә белмәй икән тип һығымта яһап ҡуя. Икенсе юлы алыҫтан туғандар килеп төшөп, бергәләп ғаилә альбомынан фотолар ҡарайҙар. Әсәһе менән атаһының туй фотоларын күреп, Динияр бында һин күренмәйһеңсе, һин ҡайҙа ул тигән ҡунаҡтарға мин бит машинала уларҙы ҡарап ултырам тип яуаплай.
Динияр ике йәшендә үк башҡорт, рус, инглиз телендә һанарға өйрәнә, хайуандарҙың, төҫтәрҙең атамаларын да өс телдә лә белә, китап ҡарарға ярата, бигерәк тә динозаврҙар тип иҫе китә. Әсәһенә һауыт-һаба, кер йыуыша, атаһы менан футбол, хоккей, баскетбол уйнай. Тауышы ла бик моңло, башҡортса ла, рус телендә лә балалар йырҙарын тиҙ генә отоп алып көйләп йөрөй, үҫә биргәс “Тамыр” каналының йыр ансамбленә йөрөргә хыяллана. Бына шундай зиһенле,уйлы йәтеш кенә егет үҫеп килә. Күҙ теймәһен үҙенә!
Читайте нас: