+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Март 2020, 15:45

Истәтәй – стилист малай йәки Буранғолда бесәйҙәр ҙә моданан артта ҡалмай!!

Зауыҡлы кейенергә яратҡан был бәләкәстең ысын исеме Искәндәр ул. Әммә, теле ныҡлап асылғансы үҙен үҙе Истәтәй тигәс, яҡындары ла шулай өндәшергә өйрәнеп киткән. Төрлө яҡлап һәләтле был Өфө малайына теп-теүәл 4 йәш. Башҡорт милли стилендә төрлө матур кейем өлгөләре тыуҙырыусы әсәһе Гөлфиә Хамматоваға оҡшап, бәләкәстән зауыҡҡа бик иғтибарлы була Искәндәр. Үҙенә берәй образ уйлап кейеп алыр өсөн кәштәһендәге кейемдәрҙе көнөнә ҡырҡ туҙҙырып ташлай. Шунан йәтеш кенә берәй комбинация уйлап сығара ла,

фотоға төшөп ала. Артабан, үҙе уйлап сығарған образындағы кеше булып уйнай башлай. Балалар баҡсаһына барыр алдынан да кейем һайлап, нәскиһенә хәтлем ниндәйен эләктерергә уйлап, үҙенә оҡшатҡанын кейҙерһәң, дәртләнеп, кәйефе күтәрелеп сығып китә икән. Зауыҡҡа, образ тыуҙырыуға ынтылыш уға, күрәһең, әсәһе аша ҡан менән күскәндер.
Искәндәрҙең үҙенән бер нисә йәшкә генә ҙур Рәсүл тигән ағаһы ла бар. “Өлкән малайым бала саҡтан уҡ бик етди ҡарашлы. Шахмат, шашка, кубик-рубик кеүек зиһен үҫтереүсе уйындарға ылыға. Ә Искәндәр бөтөнләй икенсе, ул көҙгө алдына тороп йырлап-бейергә, әртисләнергә, беҙгә концерт ҡуйырға ярата” – тип әсәләре бер ғаиләлә ҡапма-ҡаршы холоҡло егеттәр үҫеүе хаҡында һөйләй. Искәндәрҙең яратҡан әртистәре: Иҙел Нурғәлин һәм Зәйнетдин. Таяҡты ҡурай итеп тотоп, ҡалай кәнфит һауытын гармун итеп уйнап, шул әртистәргә оҡшатып ҡыланып барыһын да шаҡ ҡатыра ул.
Кисә Искәндәргә 4 йәш тулған. Ул да, башҡа балалар һымаҡ, иҫтәлекле көнөн түҙемһеҙлек менән көткән. Әммә коронавирус арҡаһында иғлан ителгән карантин шәп малайҙың байрам пландарын боҙоп ҡуйған шул. Әле ул Рәсүл ағаһы менән Әбйәлил районы Буранғол ауылында өләсәйҙәрҙә ҡунаҡта. Әсәһе менән атаһын бик көтһә лә, улар килә алмаған, видео аша бәйләнешкә сығып ҡына ҡотлағандар үҙен. Шулай ҙа, күңелен төшөрмәй Искәндәр, уның бит ауылда дуҫы – бесәйе бар. Бесәйгә үҙенең төрлө кейемдәрен кейҙереп ҡарап, уға текә-текә образдар уйлап сығарып йыуана. Буранғол бесәйҙәренең иһә был хәлгә иҫтәре китмәй. Баҡтиһәң, Искәндәрҙең әсәһе Гөлфиә лә игеҙәге Әлфиә менән бала саҡтарында бесәйгә төрлө кейемдәр кейҙереп уйнарға яратҡан, хатта мыр-мырға үҙҙәре кофталар ҙа бәйләп кейҙерер булғандар. Карантин бөтөп, Истәтәйҙе ауылдан барып алғандарынса ундағы бөтә бесәйҙәр ҙә яңы модаға күсеп бөтөр, ахырыһы. Иҫән-имен булайыҡ, дуҫтар, кем белә, бәлки, беҙ ҙә киләсәктә Искәндәр Ниғмәтов тигән шәп дизайнер-стилист уйлап сығарған образдарҙа эре генә Өфө урамдары буйлап үтербеҙ әле, шулай бит!
Читайте нас: