Башҡорт хәрбиҙәре араһынан иң билдәле разведчик – Миңлеғәле Шайморатов, ә халыҡ уны Шайморатов генерал тип кенә йөрөтә. Шайморатов генерал тураһындағы йырҙы йырлау буйынса быйыл Башҡортостанда флешмоб та уҙҙы, хәтерләйһегеҙме? Миңлеғәле Шайморатовтың Бөйөк Ватан һуғышында 112-се легендар башҡорт атлылары дивизияһын етәкләүе хаҡында бөтәһе лә тиерлек белә, ә бына Икенсе донъя һуғышына ҡәҙәр уның Төркиәлә, Ҡытайҙа хәрби разведкала эшләп ҙур уңыштар ҡаҙаныуы хаҡында мәғлүмәт бик киң таралмаған.
Миңлеғәле бала саҡтан уҡ бик сос булған, туғыҙ йәшендә етем ҡалғас, хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат (ул саҡта Биштәкә) ауылы байының йылҡы көтөүен көтә башлаған. Уның үтә лә һәләтле булыуы шул мәлдә үк беленгән, бәләкәс кенә килеш гармунда уйнарға өйрәнеп алған малайҙың нисек аттарҙы тыңлатыуын ауылдаштары башта аңлай алмай аҙапланған, ниндәйҙер ғиллә менән улар үҙҙәре утлауға сыға ла, кис кире байҙың кәртәһенә әйләнеп ҡайта торған булған. Һуңынан ғына был мөғжизәнең төбөнә төшкәндәр, баҡтиһәң, Миңлеғәле уларҙы билдәле бер көй уйнағанда яланға сығырға, икенсе көйгә һыулауға төшөргә, өсөнсө бер көйҙө яңғыратһа кәртәгә ҡайтырға өйрәтеп алған була. Рәхәтләнеп гармунда уйнап ултырып ҡына йылҡы көткән. Бына шулай, бәләкәйҙән шуҡ та, башлы ла булған буласаҡ разведчик һәм данлы кавалерист-генерал.