апай булып киткән, уғаса шул тиклем иркә ҡыҙ булған, үҙенә исеме менән өндәшергә лә рөхсәт итмәгән, бөтәһе лә уны “хан ҡыҙы” йә “принцесса” тип кенә йөрөткән. Тағы ла ул башҡаларҙың тыуған көнөнә талашып мәж килгән, әсәһе берәй туғандарын тыуған көнө менән ҡотлағанын ишетеп ҡалһа, юҡ, ул апайҙың йә ағайҙың тыуған көнө түгел, минеке тип мыжып-илап, үҙенә торт алдыртҡан, шулай итеп үҙһүҙле һәм иркә ҡыҙыҡай башҡа кешенең тыуған көнөн тартып алдым икән тип ҡыуанған. Был ғәҙәтен ул Әдиләгә апай булғас ҡына ташлаған. Апай булыуҙы ла ул башта бик ауыр кисергән, атай минеке генә тип, атаһына бәләкәс Әдиләгә бөтөнләй ҡарарға ла рөхсәт итмәгән, хатта елкәһенә менеп, күҙен ҡаплап ултырған. Әммә ике ай эсендә ҡыҙыҡай бик үҙгәргән, бөгөн ул һеңлеһен ҡәҙер итеп кенә тора, әсәһенә уны ҡарарға яраҙам да итә, хатта һауыт-һаба йыуыша икән.
Индираның ҡыҙыҡтары бик күп. Мәҫәлән, ул өйҙәрендәге саң һурҙырғыс, иҙән йыуғыс роботты тере йән эйәһе икән тип уйлай һәм унан әҙерәк шөрләй. Яңыраҡ, әсәһе күрмәгәндә, иҙән йыуып йөрөгән робот-саң һурҙырғыс менән дуҫлашырға уйлаған да, уға шоколадлы эремсек ашатҡан. Саң һурҙырғыс робот “Юҡ!” тимәгән, эремсекте йотҡан да ҡуйған, шунан артабан эшләп йөрөгән дә, эремесек иҙәнгә һыланып бөткән. Әсәһе күреп ҡалғанда инде бөтә иҙән майлы, шоколадлы ғына булып ялтырап ятҡан. Ни эшләһендәр, роботтың эсен таҙартып йыуып, бүтән тәмлекәс ашамаҫҡа ҡушып, иҙәнде яңынан йыуҙырғандар. Үәт, шундай тиктормаҫ ҡыҙ үҫә Һупайлы биҫтәһендә! Әйҙәгеҙ, тыуған көнө ошо илебеҙ өсөн тынғыһыҙ мәлгә тура килгән бәләкәс ҡыҙсыҡты матур байрамы менән ҡотлайыҡ әле, әтеү алдан саҡырған ҡунаҡтары килмәгәс, бер аҙ эсе бошоп тора үҙенең!