+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март 2020, 11:25

Мәскәү ҡыҙы Милана

Милана Сакаева – Мәскәү ҡыҙы, уға әле 7 йәш. Кескәй генә булһа ла, эшләмәгән эше, өлгөрмәгән ере юҡ! Акробатика, музыкаль театр, шашка, тел өйрәнеү мәктәбенә йөрөй. Бар күңелен һалып Мәскәүҙең “Алтын ай” башҡорт бейеүҙәре ансамбленең балалар төркөмөндә шөғөлләнә. Ансамбль менән бергә йыш ҡына илебеҙҙең баш ҡалаһында һәм Мәскәү өлкәһендә, Санкт-Петербургта концерт ҡуйырға, гастролдә булырға ла өлгөрә. Йырларға, төрлө йырсылар булып ҡыланып ҡарарға ла ярата.

Милана шул тиклем телдәр, төрлө образдарға инеп, онотолоп уйнай, әсәһе уны көнө-төнө һөйләй ҙә һөйләй тип шаярта. Йәнә лә бер шөғөлө бар, ул да булһа видео төшөрөү. Тиктормаҫ, һәләтле ҡыҙыҡай ҙур үҫкәс гимнаст йә актриса булырға хыяллана. Әле беренсе класҡа төшөргә әҙерләнә, китаптар уҡырға ла әүәҫ. Матур йәй көндәрен иһә Башҡортостаныбыҙҙың Әбйәлил һәм Туймазы райондарында уҙғарырға ярата. Сабый ғына сағынан Хәмит ауылында йәшәгән Зифа өләсәһе менән еләккә, көртмәлегә йөрөй. Өләсәһе уның ҡулының тилберлегенә аптырап бөтә алмай, еләк йыйған саҡта бер бөртөгөн дә ауыҙына ҡапмай, күнәген йәһәт кенә тултырып ҡуя. Иң ҡыҙығы, үҙе йыйған еләк-емеште башҡаларҙыҡы менән ҡуштыртмай, аҙаҡ мотлаҡ үҙе менән Мәскәүгә алып ҡайта. Ә инде ҡыштарын әсәһе Айгөл Дәүләт ҡыҙы менән тәмле ҡайнатмалы сәй эсеп, яңы көнгә көс туплайҙар. Мәскәү ҡыҙы Миланаға киләсәктә лә шулай өлгөр һәм тырыш булып ҡалыуын теләйем, һәр ваҡыт юлдарың асыҡ булһын, маҡсатлы һылыуҡай!
Читайте нас: