+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2020, 15:30

Ағалы-ҡустылы ике батыр үҫә!

Рамазан һәм Буранбай Моратшиндар – бер туғандар. Улар Әбйәлил районы Күсем ауылында йәшәй. Уҡытыусылары малайҙар киләсәктә ҙур спорт йондоҙҙары булып китер тип фаразлай. Юҡҡа ғынамы ни улар көн һайын дәрестән һуң йә спорт түңәрәгенә, йә башҡа өҫтәлмә дәрескә ашыға.

Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ынтылышлы, тырыш, маҡсатлы был малайҙар инде байтаҡ уңыштарға ла өлгәшеп өлгөргән. Рамазан Ташбулат урта мәктәбенең 6А класында уҡый, “4”-“5” билдәләренә генә өлгәшә; ә Буранбай 2Б класы уҡыусыһы.
Башта егеттәрҙең ҙурырағы тураһында һөйләп китәйем. Рамазан бәләкәстән спортҡа ылыға, шулай уҡ ул башланғыс кластан алып мәктәптең “Йәйғор” өлгөлө бейеү ансамбленең бәләкәй төркөмөндә (етәксеһе Н.Д. Нурғәлина), шөғөлләнә, мәктәптең ҡумыҙсылар ансамбле ағзаһы ла әле үҙе. Мәктәптә ойошторолған «Үҫеш нөктәһе» ("Точка роста") мәғариф үҙәгендәге “3D-ла моделләштереү" ("3D моделирование”) түңәрәгенә лә (етәксеһе Вәсилә Заһит ҡыҙы Әхмәтова) бик теләп йөрөй, ошо йүнәлештә үткән тәүге район конкурсында "Ракета" һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап "Катюша" эшләп 2-се урынға лайыҡ булған. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, уның дәрестән һуң бер көнө лә буш түгел! Бына инде өс йыл аҙнаның өс көнөндә Ташбулат мәҙәниәт йортонда көнсығыш һуғыш төрө булған кудо секцияһын (тренеры Илмир Зәйнетдинов) ҡалдырмай, ә былтырғы уҡыу йылынан алып ике тапҡыр район үҙәге Асҡарҙа музыка мәктәбендә ҡыл-ҡумыҙ класында (уҡытыусыһы М.Б. Солтанбаева) боронғо милли музыка ҡоралыбыҙҙа уйнарға өйрәнә. Уҡыу көндәрендә көн һайын кискә тиклем секциялар, түңәрәктәр эшенән бушамаған Рамазан хатта ял көндәрендә лә өйҙә ултырмай, яҡында урынлашҡан “Юбилейный” санаторийының катогына хоккей уйнарға йөрөй, үәт, шундай тиктормаҫ һәм ныҡыш егет үҫә! Етмәһә, ул “Салауат Юлаев” командаһының әүҙем көйәрмәне лә. Рамазан тағы ла ГТО-ны уңышлы тапшырып танытма менән значок та алып өлгөргән.
Буранбай ҙа, егәрле ағаһынан күрмәксе, сәмле булып үҫеп килә, һис тә Рамазандан ҡалышып торғоһо килмәй. Ул да физкультура дәресен ярата, район буйынса физкультура буйынса олимпиадала ҡатнашып еңеүсе булып та өлгөргән. Ағаһынан үрнәк алып, кудо-ны һайлаған, был спорт төрөндә Буранбай инде шәмәхә төҫ 9-сы кю билбауына эйә. Уның кәүҙәһе тәбиғәттән үтә һығылмалы, еңел генә шпагатҡа ултыра, бармаҡтарының быуындары менән бөтә кеше лә эшләй алмаған хәрәкәттәр эшләп тирә-йүндәгеләрҙе аптыратып та ҡуя. Ошо һәләтен үҫтереп, яҡын киләсәктә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә барып, “Барыһынан да шәп” (“Лучше всех”) шоу-тапшырыуында ҡатнашып, тыуған ауылы Күсемде бар илгә танытырға ла хыяллана. Буранбай ҙа Рамазан ағаһы һымаҡ “Салауат Юлаев” командаһының көйәрмәне икән. Бына шундай шәп егеттәр йәшәй Әбйәлил районы Күсем ауылында!
Күсем ауылы борон-борондан үҙенең дан кешеләре менән билдәле, атаҡлы генерал Таһир Күсимов үҙе генә лә ни тора! Бәрәкәтле ерҙә, түңәрәк күлдәр һәм ғорур тауҙар уратып алған матур ерҙә батырҙар тыуыуы бер ҙә аптыраҡ түгел. Әммә шул тәбиғәт биргән һәләттәрҙе үҫтереп, яҡшыға хеҙмәт иттереү иһә һәр кемдең дә ҡулынан килеп тә бармай, уның өсөн Моратшиндар һымаҡ уңған һәм тырыш булырға, үҙеңдә бәләкәстән ныҡлы ихтыяр көсө тәрбиәләргә кәрәк шул. Һеҙ ҙә Рамазан менән Буранбайҙан ҡалышмағыҙ дуҫтар, күрәһегеҙ бит, барыһы ла кешенең үҙенән тора!
Читайте нас: