+3 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль 2020, 13:00

Гүзәлдең эксперименттарын ютуб каналында һәм инстаграмда ҡарағыҙ!

Ул төшөргән видеоларҙы тыныс ҡына ҡарап булмай, ҡыҙыҡай ыңғайына йә көлөп ебәрәһең, йә ҡурҡып китәһең. Шуға ютубҡа һирәкләп кенә видео һалған һайын, ҡасан тағы ҡыҙыҡ тәжрибә үткәрәһең, тип яҙа ла башлайҙар. Ә блогер бик ашыҡмай, эшен тәмләп кенә башҡара. Кем һуң ул был шаян ҡыҙыҡай?

Гүзәл Мостафинаны күптәр «Сәңгелдәк» тапшырыуы аша белә. Зөлфиә Даянова апайы уны тапшырыуҙарға етди ҡарағаны, ихлас төшкәне өсөн һайлап алған. Ҡыҙыҡай Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй, “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөнә йөрөй. Тәрбиәсеһе Гөлнара Ғәдән ҡыҙы Әминова балалар менән ихлас шөғөлләнә, кескәйҙәрҙең һәләттәрен төрлө яҡлап асырға тырыша. Шуға ҡыҙыҡай уның янына теләп йөрөй. Балалар баҡсаһындағы түңәрәктәрҙән тыш Гүзәл «Дарман» бейеү ансамблендә лә ихлас шөғөлләнә. «Ҡыҙ кеше һығылмалы, матур булырға тейеш», - ти ул. Гүзәл ғаиләлә үҫкән өс ҡыҙҙың кинйәкәйе. Әсәһе Гөлнара Мостафина билдәле балалар яҙыусыһы, уның “Йәйҙең дүрт айы”, “Искәндәр кисергәндәр”, “Таш келәттең сере” һәм башҡа матур, йәнле әҫәрҙәрен бәләкәстәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә яратып уҡый. Гүзәл дә әсәһенә оҡшап бай телле, зиһенле, телдәр. Бәләкәй генә сағынан шиғырҙар ятлап та, хәбәрҙәрен һөйләп тә видеоға төшөргә ярата. Үҙе йәшендәге блогерҙарҙың видеоларын ҡарап, уларҙан күп нәмәгә өйрәнә, арттарынан ҡабатлап эшләй. Шулай башлана уның блогингҡа юлы. Апайының телефонын алып, тура эфирҙар ҙа үткәреп ҡуя. Өлкәндәргә бәләкәс баланы һөйләндереүе мәрәкә, ә Гүзәлгә ололар менән аралашыуы тағы ла ҡыҙығыраҡ. Әйткәндәй, әле Гөлиә апайы менән Инстаграмда ҡыҫҡа ғына, ҡыҙыҡлы әммә мәғәнәле видеолар төшөрә башлағандар. Әлегә видеолары әллә ни күп тә түгел, әммә уларҙың һәр береһенә Гүзәл бар күңелен һалған, кадрҙа ла ул уйнамай, нисек бар шулай төшә. Тәбиғи килеп сыҡҡанға, уларҙы ҡараған һайын ҡарағы килә. Видеохостингка һәр видеоһын урынлаштырған һайын әллә күпме кеше уның менән бәйләнешкә сығып йә комментарийҙар ҡалдырып ҡыҙҙы тағы дәртләндереп ебәрә.
Әйткәндәй, Гүзәлдең тағы бер яратҡан шөғөлө: төрлө нәфис һүҙ бәйгеләрендә ҡатнашыу. Шиғыр ятлап, төрлө халыҡтарҙың әкиәттәрен өйрәнеп республика кимәлендә уҙған байтаҡ ярыштарҙа ҡатнашҡан ул, башҡарыу оҫталығын дәлилләгән грамоталары һәм маҡтау ҡағыҙҙары ла байтаҡ.
Тиктормаҫ ҡыҙҙың блогына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ дуҫтар, уны ошо һылтанмалар аша үтеп табырға була: https://www.youtube.com/channel/UCDFafcILYKopQbFfqPqT5rg/videos, https://www.instagram.com/p/B86RmsBIulz/?igshid=1a13sxuejzzon.
Читайте нас: