+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраль 2020, 14:01

Батырҙар йыры

Эйәрле ат беҙ менгәндәр,Һау булығыҙ, йән һөйгәндәр,Ил саҡыра изге яуға,Ҡылыс – билдәрҙә.

Эйәрле ат беҙ менгәндәр,
Һау булығыҙ, йән һөйгәндәр,
Ил саҡыра изге яуға,
Ҡылыс – билдәрҙә.
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары
бөтәбеҙгә,
Бәлки, кире тыуған илдәргә,
Бәйге түгел яу ҡырҙары,
Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары
бөтәбеҙгә,
Бәлки, кире тыуған илдәргә.

Алдыҡ яра, йә үлдек беҙ,
Үлем бар тип белмәнек беҙ,
Үттек илдәр, үттек юлдар
Изге яуҙарҙа.
Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,
Ат эсерҙек яҙғы айҙа
Висла, Одер, Дунай тигән
Алыҫ ярҙарҙа!

Һаумы, тыуып үҫкән ерҙәр!
Бар икән дә күрер көндәр.
Шатлыҡтары ҡанат йәйә
Беҙҙең йырҙарҙың.
Һағындырған тыуған яҡтар,
Тып-тып баҫып килә аттар,
Дан бөркөлә, саң бөркөлә
Беҙҙең юлдарҙан!
Һай, юлдарҙан!
Н. Нәжми һүҙҙәре,
З. Исмәғилев көйө
Читайте нас: